Йомағужа һыуһаҡлағысында һыу аҫтындағы тәбиғи бушлыҡты тикшереү буйынса дүртенсе экспедиция тамамланды. Бер нисә көнгә һуҙылған эштәрҙе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған дайвер-спелеологтар төркөмө башҡарҙы.
Ғалимдар фекеренсә, мәмерйәнең оҙонлоғо яҡынса 20 километрға етә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса уның киләсәктә Рәсәйҙәге иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе булараҡ танылыуы ихтимал. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Йомағужа һыуһаҡлағысының урта тирәһендә урынлашҡан Һаҡаҫҡы мәмерйәһенә катер менән бер сәғәтлек юл. Әммә тәбиғәттең күркәмлегенә һоҡланып тәғәйен урынға барып еткәнең дә һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Дүртенсе йыл инде Рәсәй дайверҙары был урында һыу аҫтындағы тәбиғи бушлыҡты өйрәнә. Экспедиция бик ҡатмарлы, сөнки ул фәнни нигеҙгә ҡоролған.
Билдәле булыуынса, мәмерйәләр ике төрлө була: ер өҫтөндәге һәм һыу аҫтындағы мәмерйәләр. Һаҡаҫҡы борондан һыу аҫты мәмерйәһе булған. Тик Йомағужа һауһаҡлағысы төҙөлгәс, уның ауыҙы 20 метр тәрәнлектә ҡала. Дайверҙар алдында мәмәрйәнең өйрәнелмәгән өлөшө буйлап мөмкин тиклем төпкәрәк үтеп инеү бурысы тора. Сумған һайын улар маршрут һалыу маҡсатында арҡан һуҙа. Уның буйынса дайвер һәр саҡ мәмерйәнән сығыу юлын таба ала.
Ҡатмарлы экспедиция Рус география йәмғиәте башланғысы менән ойошторола. Әлеге мәлдә дайверҙар мәмерйәнең 800 метрҙан ашыуын тикшергән. Бер нисә йыл элек улар сөсө һыуҙа йәшәй торған яңы хайуан төрөнә юлыҡҡайны. Һуҡыр ҡыҫалалар һыу аҫтында йөҙләгән йылдар буйына үҫешеүе ихтимал. Белгестәр Һаҡаҫҡының асылмаған серҙәре бихисап тигән фаразда.
Алып барылған был тикшереүҙәр киләсәктә республикала экстремаль туризмды үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә. Сөнки был урынға донъяның төрлө тарафтарынан һөнәрмән һәм һәүәҫкәр дайверҙар ағылыуы мөмкин.
Илдар Байбулатов




