Аҙна дауамында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр утлы ғәрәсәт менән көрәшә. Бөгөн Башҡортостанда 8 урында урман яна. Ут дөйөм алғанда 1 мең 233 гектарға таралған.
Иң ҙур майҙаны – Хәйбулла районында, 700 гектар биләмәгә зыян килгән. Янғындарҙы һүндереүҙә 1 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан. Ут һыҙығынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдийәрова репортажы.
Тәбиғәт янғындары менән көрәшеү өсөн дөрөҫ тактика төҙөү иң мөһиме. Утты ҡамап алыу өсөн бер нисә көн дауамында әҙерлектәр дауам итә.
Хәлде контролдә тотоу һәм биләмәлә разведка ойоштороу өсөн Рәсәй гвардияһының һауаға пилотһыҙ осоу аппараттары күтәрелде. Ул елдең һәм янғындың йүнәлешен күҙәтергә, шулай уҡ утка ҡаршы утты ҡайһы яҡтан ебәреү уңышлы булыр икәнен билдәләргә ярҙам итә.
Бураҙналар буйлап янғын һүндереүсе һәм ирекмәндәр позицияға ҡуйыла. Ут һүнгән биләмәләрҙе лә тикшереп тороу кәрәк. Янғын һүндереүселәр бригадаһы ялҡынды ауылға еткермәҫ өсөн төнө буйы һаҡ аҫтында торған. Ә ирекмәндәр рәтенә көн дә яңы көстәр өҫтәлеп тора. Улар республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйыла.
Ҡайһы берҙәре ваҡыт әрәм итеп район үҙәгенә түгел, а ауыл эргәһендә палатҡа ҡороп ҡунырға ҡала. Рәиф Солтанғоловтың иһә янғын һүндереүҙә тәүге тәжрибә түгел. Быға тиклем ул Яҡут республикаһында утлы ғәрәсәт менән көрәшкә үҙ өлөшөн индергән.
Янғын нөктәләрендә эшләгәндәрҙән ашығыс мәғлүмәт тап бында килә. Элемтәселәр төпкөл ауылда бәйләнеш булдыра, рация өсөн яуаплы. Хеҙмәткәрҙәрҙең штабы янғындың тәүге көнөнә алып Рәзилә Ямалетдинованың ихатаһында төпләнә. Ханым ут менән көрәшеүселәрҙе туҡландырыу өсөн дә урын ойошторған. Аш-һыу бешерергә ярзамға бөтә район ҡатын-ҡыҙҙары йыйыла. Янғын һүндереүселәргә ялан кухняһы ла ойошторола.
Хәйбулла районындағы урман янғындары, ниһәйәт, ҡамап алынды. Ләкин әлегә тулыһынса туҡтатылды тип әйтергә иртәрәк. Сөнки ялҡын эзҙәренән һуң, ағас һәм үләндәр баҫҡып янасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хәлде контроль аҫтында тота.
Әлфинә Килдейәрова




