Физкультурниктар көнөндә Бөрө ҡалаһында йүгереү буйынса марафон үтте

Республиканың төрлө төбәктәренән килгән йүгереүселәр дүрт төрлө дистанцияны байҡап финишҡа йүнәлде. Ярышта еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров эш сәфәре барышында төҙөкләндерелгән Бөрө үҙәге менән дә яҡындан танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ашҡынып төрлө дистанцияла йүгереүселәр еңеү өсөн түгел, сәләмәт тормошҡа ынтылып марафонда старт алды. Бөрө ҡалаһында үткән спорт бәйгеһендә кескәйҙәрҙә, күптән хаҡлы ялға сыҡҡан йүгереүселәрҙе осратырға мөмкин. Марафонға Дүртөйлөнән килгән Рәүил Шәйхетдиновҡа ике айҙан 70 йәш тула. Уның һәр иртәһе 10 километр йүгереүҙән башлана.

Бөрө ҡалаһында ойошторолған марафонда ҡатнашыусылар тотош ғаиләһе, эшләп йөрөгән коллективтары менән һынау тотто. Йүгереүселәр араһында тәүге тапҡыр ярыш сәмен татыусылар ҙа булды. Улар башлыса ҡыҫҡа дистанцияларҙы һайлап, тәүге һөҙөмтәләре, тәҫьораттары менән уртаҡлашты.

Иң ауыр дистанция 21 километр. Алыҫ араға йүгереүгә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Алесандр Сидякин да ҡушылды. Сәйәсмән үҙ һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалып, тормошон спортһыҙ күҙ алдына килтерә алмауы тураһында һөйләне. Бөрө ҡалаһында ойошторолған марафонда ул икенсе тапҡыр ҡатнашты.

Физкультурниктар көнөнә бағышланған марафонда еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Бөрөгә эш сәфәре барышында ул ҡала үҙәгендә уҙғарылған төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһе менән яҡындан танышты.

Бөрө ҡалаһында реконструкция федераль грант аҡсаларына башҡарылды. Проект сиктәрендә паркта ял майҙаны, фонтан, мәҙәни саралар ойоштороу өсөн сәхнә, заманса архитектура формалары урынлаштырылды. Башҡортостан башлығы Ленин паркы, Октябрь майҙанындағы комплекслы төҙөкләндереү эштәрен өлгөлө проекттарҙың береһе тип баһаланы. Марафон еңеүселәрен бүләкләү ҙә осраҡлы ғына ҡала үҙәгендә ойошторолманы.

Фото №1 - Физкультурниктар көнөндә Бөрө ҡалаһында йүгереү буйынса марафон үтте

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ