Был турала Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Һүҙ зәңгәр яғыулыҡ һуҙылған төбәктәрҙә газды дәүләт иҫәбенә ер участкаһының сигенә тиклем еткереү хаҡында бара. Ә ихата эсендәге сығымдарҙы хужалар үҙ иҫәбенә ҡаплай.
Белгестәр әйтеүенсә, республикала дәүләт программаһына 2 мең 500-гә яҡын ауылдағы 180 мең тирәһе йорт инә. Оператив кәңәшмәлә вакциналау барышы, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Төп яңылыҡтар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Галина Росс йорттарына газ инеүгә ҡыуанып бөтә алмай, хәҙер бер проблемаһыҙ ашарға әҙерләргә лә, торлаҡты йылытырға ла мөмкин. Ғаилә ошоға тиклем электр ҡоролмаһы менән файҙаланған. Өҙөклөктәр күп булды, икенсенән ҡиммәт, ти хужабикә. Әле улар дәүләт программаһы менән файҙаланып йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырған.
Белгестәр әйтеүенсә, әле Башҡортостанда газ үткәрелгән ауылдарҙың һәм йорттарҙың күләме 83, 6 процент. Быйыл республикала зәңгәр яғыулыҡ һуҙыуға 1 миллиард 500 мең һум аҡса йүнәлтелә. Алдағы йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.
Дәүләт иҫәбенә ер участкаһының сигенә тиклем бушлай газ үткереүгә ғаризалар 26 июлдә ҡабул ителә башлаған. Уны ҡулланыусының шәхси кабинеты аша ла, күп функциялы үҙәктә лә бирергә мөмкин. Әле барлығы 533 мөрәжәғәт килгән.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә килгәндә, әле резиденттар һаны 9-ға еткән. Ике предприятие быйыл уҡ эш башларға ниәтләй, улар - »Аркада» һәм «Зур» компаниялары. Тәүгеһендә 800-ләп кеше өсөн эш урыны асыла. Әле хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу бара, ерле халыҡҡа өҫтөнлөк бирелә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ыңғай динамика бара. Хәҙер төп бурыс булып был эшмәкәрлекте күптән башлаған төбәктәрҙе ҡыуып етеү бурысы тора.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә тәүге резиденттар һалған инвестициялар күләме 18 миллиард һумға етә, барыһы 1 мең 600 яңы эш урыны асылыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова






