Башҡортостанда коронавирус көсәйә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса уҙған тәүлектә хәүефле сир йәнә 11 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Пандемия башланған көндән 917 үлем осрағы теркәлгән. Һуңғы 24 сәғәт эсендә 290 кеше коронавирус йоҡторған, дөйөм алғанда республикала 52 мең 590 осраҡ асыҡланған.

Стационарҙа әле 697 кеше дауалана, уларҙың 58 ауыр хәлдә, 8-ҙе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында. Башҡортостанға 1 миллион 253 мең 448 доза вакцина килтерелгән. Прививканың беренсе компонентын 1 миллион 54 мең 145 кеше эшләткән.Вакциналауҙы тулыһынса 844 мең 758 кеше үткән. Һуңғы тәүлектә прививканы 6 мең 893 кеше ҡаҙатҡан.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус көсәйә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ