«Атайсал» проекты ғәмәлдә. Ул республиканың ҡала һәм ауылдарынан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, кесе Ватанына ярҙам итеүҙе күҙаллай.
Бөрө ҡалаһының депутаттар советы берләшеп ,»Атайсал» проекты сиктәрендә янғын тураһында хәбәр итеүсе махсус ҡоролмалар һатып ала. 104 датчик 70 йәштән олораҡ һәм яңғыҙ йәшәгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.
Башҡортостандың Дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, оло йәштәге граждандар хәүеф аҫтында тип баһалана. Янғынды иҫкәртеүсе йыһаздарҙы урынлаштырыу өсөн, уларҙы Депутаттар советы Янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторына тапшырҙы. Ҡоролмаларҙың тәүгеләре урынлаштырыла башланды ла инде, был эш бер-ике аҙна дауам итәсәк.
Әлфинә Килдейәрова






