Октябрьский ҡалаһында фарфор етештереү заводында һауыт-һаба һәм сувенирҙар ассортименты киңәйтелде. Башлыса ҙур ойошмолар һәм ресторандар заказдары буйынса фарфор әйберҙәр етештергән цехта уҙған йылдағы сикләүҙәр менән иҡтисади ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән.
Әммә республика етәкселегендә үткән «Инвестиция сәғәтендә»фарфор сәнәғәтен тергеҙеү өсөн дәүләт ярҙамы бүленде. Императорҙар һауыт-һабалары яһалған цехтан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Утыҙ йылдан ашыу фарфор етештереү цехында эшләгән Раушания Низаметдинованың тормошо ошо һауыттар менән бәйле. Фарфор шәшкеләр оҫтаһы ижади процессты күңел йылыһын һалып башҡара.Матурлыҡтан да беренсе был эштә сифат талаптары мөһим. Тарихҡа ярашлы императорҙар һауыты ныҡлы, шыма, бер генә етшһеҙлекһеҙ булырға тейеш.
Цехта эшләгән 120 хеҙмәткәр бер ай эсендә 100 меңдән ашыу продукт етештерә. Һәр һауыт һәм сувенир ҡулланыусыларға еткерелгәнсе үҙенсәлекле технология буйынса эшкәртелә. Төҙөлөш шыйыҡсаһы пресс аҫтында баҫтырылып ҡуйыртыла, ҡатнашаманан кәрәкле форма сығарыла, әҙер продукт киптерелә, 1400 градус температурала ҡыҙҙырылып глазировка бүлегендә буяла.
Октябрьскийҙа етештерелгән фарфор һауыт-һабалар башлыса Рәсәй төбәктәрендәге ресторан, шифахана, ҙур ойошмаларға файҙаланыуға һатыла. Пандемия осоронда ресторандар эшмәкәрлеген сикләү менән башҡорт фарфорына ла ихтыяж кәмей.
Иҡтисади күҙлектән эш урындарын ҡыҫҡартып продукция күләмен кәметеү талап ителә. Әммә республика етәкселеге ярҙамы менән цех эше юғалтыуҙарһыҙ дауам итә. Инвестиция сәғәтендә ойошиоролған һөйләшеү буйынса короновирустан зыян күргән предприятиеға 10 млн һум аҡса бүленә.
Шуға ла Рәсәй фарфор етештереүселәре араһында Октябрьский ҡалаһындағы завод алдынғылығылар исемлеген етәкләй. Шифаханаларҙы, мәктәптәрҙе, ресторандарҙы ватылмай торған үҙенсәлекле һауыттар менән тәьмин иткән ойошма хәҙер шәхси ҡулланыусылар өсөн дә заказдар ҡабул итә. Иҫтәлекле бүләккә ихтыяж көндән көн арта, шуға ла фарфор әйберҙәрҙе етештереү күләмен ике сменаға ойоштороу күҙаллана.
Флорида Ким




