Быға Дәүләт Думаһы һайлауҙарында ҡатнашырға теләүсе партияларҙың артыуы дәлил. Белгестәр әйтеүенсә, был күренеш Рәсәйҙең һайлау системаһы юғары кимәлгә күтәрелеүе һәм йәмғиәт талаптарына яуап биреүенә ишара. Яңырыу осоро йәш, әүҙем кандидаттарға , яңы сәйәси технологияларға ихтыяжды көсәйтә.
Сентябрҙә үтәсәк сәйәси кампанияның үҙенсәлектәре бөгөн тауыш биреү барышын күҙәтеүсе йәмәғәт штабының киңәйтелгән ултырышында барланды. Белгестәр әйтеүенсә, илдәге социаль -иҡтисади хәл, пандемия шарттары ла быйылғы һайлауҙарға йоғонто яһаясаҡ.
Шуға күрә үткән Дәүләт Думаһы һайлауҙарынан айырмалы, халыҡтың властарға ҡарата талаптары юғары. Тимәк йәмәғәт күҙәтеүселәренә лә ихтыяж көсәйә. Ә инде унда ҡатнашыусы парттияларҙың , йәш кандидаттарҙың артыуы тауыш биреү барышының асыҡ булыуы һәм системаға ышаныс артыуы тураһында һөйләй.
Айнур Кәбиров




