Үлемһеҙ йырсы.. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң «Башҡортостан» лайф стайл сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда билдәле музыкант, автор һәм башҡарыусы Виктор Цой иҫтәлегенә концерт ойошторолдо.
31 йыл элек «Кино» төркөмөн ойоштороусы Виктор Цой автокатастрофала һәләк була. Әммә өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә сағыу рок-музыкант ижад иткән йырҙарҙы тамашасылар онотмай. «Башҡортостан» лайф стайл сауҙа үҙәге алдында ойошторолған концертта Өфөнән һәм Ҡазандан ике музыкаль төркөм сығыш яһаны.
Тамашасыға улар яратҡан автор-башҡарыусылары, рок-музыканттың тиҫтәләгән йырҙарын башҡарҙы. Татарстандан килгән «Марш» төркөмә иһә сәхнәлә «Кино» төркөмө кеүек ҡара төҫтәге сәхнә кейемендә сығыш яһаны. Вокалист Марат Шәүәлиевтың тауышы Виктор Цойҙың тембрына оҡшауы менән үҙенсәлекле.
Гүзәл Борханова




