Уңған баҡсасылар сәскә үҫтереүселәр конкурсында үҙ көсөн һанап ҡарарға әҙерләнә. Ишембай районы Тирмән-Йылға ауылы уңғандары хаҡында киләһе яҙмабыҙ.
Баҡсаларҙа сағыу келәмде хәтерләткән аллы-гөллө сәкләр. Ауыл ихаталарының йәме тап ошо күҙҙең яуын алып торған гөлдәрҙә. Ә уларҙы уңған һәм ҡояш менән бергә уянған алсаҡ хужабикәләр үҫтерә.Лилиә Баймөхәмәтованың йорт алды ла сағыу келәмде хәтерләтә.
Үҙебеҙ үҫтергән сәскәләргә ҡарап һоҡланабыҙ, тормоштоң ҡәҙерен белеп зауыҡлы йәшәргә ынтылабыҙ, тиҙәр Тирмән-Йылға ауылы хужабикәләре. Рәмилә Баймөхәмәтова ла ихата алдын йыл һайын гөл-сәскәгә күмә.
Хаҡлы ялдағы георграфия уҡытыусыһы Зөлфиә Ғүмәрованың да йорт алды тулы сәскә. Егерменән ашыу сортлы сәскәләрҙе күңел йылыһын һалып үҫтергән. Зөлфиә Мостафа ҡыҙы етәкселегендә тиҫтәләгән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағандар. Йорт-ҡаралтыларҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы төҙөкләндереүҙә лә уңған ханым ауылдаштарына матур өлгө күрһәтә.
Венера Бәҙретдинова ла хаҡлы ялда. Әммә бер минут та эшһеҙ тора алмай. Урманға терәлеп торған баҡсаһында күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә, сәскәләрҙән мөғжизә булдыра.
Тирмән-йылға ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өс тиҫтә йыл дауамында сәскә үҫтереп, иң оҫта баҡсасы конкурсында ҡатнашып килә. Донъяла гөл-сәскәләрҙән дә камил һәм наҙлы матурлыҡ юҡтыр. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҫтергән сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм илһам сығанағы. Тирмән-Йылға ауылы ҡатын-ҡыҙҙары күңелдәре менән матурлыҡҡа ынтылып, донъяларын сәскә-гөлдәр менән биҙәп йәшәй.
Гүзәл Борханова






