Республикала йорттарға газ үткәрелә

Башҡортостанда йорттарҙың 83 проценттан күберәгенә газ үткәрелгән. 2 мең 930 ауыл һәм ҡала зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Ил башлығы Владимир Путин ҡушыуы буйынса республикала тағы 180 мең йортҡа газ үтергә тейеш. Ошо маҡсатта 22 миллиард һум ҡаралған. Башҡортостанда был эштәрҙе башҡарыу өсөн махсус штаб булдырылды. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ҙур программаны халыҡ менән кәңәшләшеп ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Президент ҡуйған бурысты ваҡытында үтәргә тейешбеҙ, тине ул.

Фото №1 - Республикала йорттарға  газ үткәрелә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ