Башҡортостанда бөгөнгә 9 урман янғыны теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут 1 мең 400-ҙән ашыу гектарға таралған. Уның ҙур өлөшө - Хәйбулла районында. Урман янғындарын һүндереүҙә 100-ҙән ашыу техника, 318 кеше йәлеп ителгән.




