Башҡортостан "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйына әҙерләнә. Ул август айында уҙғарылырға тейеш ине, пандемия арҡаһында 10-11 сентябргә күсерелде. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, форумда 80 миллиард һумға яҡын килешеүҙәр төҙөргә иҫәп тотола. Был проекттар ғәмәлгә ашырылһа, 2 мең 600 эш урыны булдырыла. Башҡортостанда уҙған йылда 365 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителде, был сумманы киләсәктә 650 миллиардҡа еткереү бурысы ҡуйылған.




