Республикала “Атайсал” проекты бойомға ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән программа ауылдарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгә йөҙҙән ашыу бағыусы үҙенең тыуған яғын төҙөкләндереүгә өлөш индергән. Бөрө ҡалаһының депутаттар советы берләшеп, проект сиктәрендә янғын тураһында хәбәр итеүсе махсус ҡоролмалар һатып ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Иван Гребенщиков.
Октябрҙә "Атайсал" проекты һөҙөмтәләре буйынса "Яҡташлыҡ көсө" тигән форум ойоштороу ҡарала.






