Башҡортостанда 4 мәктәп ашханаһы ябылды. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте инспекцияһы уларҙа етешһеҙлектәр тапҡан. Аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн тейешле ҡорамалдар булмаған. Дыуан һәм Ҡыйғы райондарындағы Ибрай, Туғыҙлы, Ҡурғаш, Түбәнге Ҡыйғы ауылдары мәктәптәрендә аш бешереү тыйылған. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн 10 көн ваҡыт бирелгән.






