Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, августа һәм сентябрҙә шағир-импровизаторға бағышланған саралар планлаштырылған. Сәсәндәр тураһында электрон йыйынтыҡ әҙерләнә, Интернет ҡулланыусылар араһында флешмоб ойошторола. Ҡатнашыусылар Вәлиулла Ҡоломбәтовтың шиғырҙарын уҡырға тейеш. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү, китап күргәҙмәһе һәм телекүпер уҙғарыу ниәте бар. Вәлиулла Ҡоломбәтов 1881 йылда Ғафури районында тыуа. ”Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә белем ала. Башҡортостандың Табын кантонында халыҡ мәғарифы бүлеген етәкләй. Сәсәндең әҫәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышына, әҙәп һәм әхлаҡ темаларына бағышлана. Ул фольклор һәм этнография буйынса материалдар йыя. Байтаҡ ҡулъяҙмалары Өфө фәнни үҙәгене архивында һаҡлана.






