Сирҙән ҡотолоу өсөн ауырыуға ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу мөһим

Шуға ла сирҙе еңеүҙең берҙән бер-юлы вакцина яһатыу тигән фекерҙә табиптар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әле ер шарында коронавирустың дельта штаммы тарала. Ул быға тиклем билдәле вирус төрҙәренән күпкә үлемеслерәк, тип иҫкәртә белгестәр.

Вакцина эшләткәндәр иһә ауырыуҙы йоҡторған осраҡта ла , сирҙе еңелерәк үткәрә. Шуға ла үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлау өсөн икеләнмәйенсә, прививка эштәгеҙ, ти Республика клиник психиатрия дауаханаһы табибы Фирүзә Ҡаһарманова

Республикала 180-дән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин. Пункттар исемлеге һәм адресы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы үҙәк телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347

Фото №1 - Сирҙән ҡотолоу өсөн ауырыуға ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу мөһим
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ