Өфө районының Алексеевка ауылында 220 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение сафҡа инде

Балаларға бөтөн планета. Өфө районының Алексеевка ауылында 220 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение сафҡа инде. «Балалар планетаһы» тип аталған социаль объект төҙөлөшөнә ихтыяж юғары була. Сират кәмеп кенә ҡалмай, тулыһынса юғға сыға, ти балалар баҡсаһы етәкселеге. Яңы мәктәпкәсә мәғариф усағын БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.

Яңы тегелгән костюмдар, дәртле йыр- бейеүҙәр. Бәләкәстәр тәрбиәселәре менән сараға ентекле әҙерләнгән. Был аңлашыла, Алексеевка ауылында күптән көтөп алынған балалар баҡсаһы ишектәрен асты.

Мөхәмәтйәровтар өс йәшлек ҡыҙҙарын тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына йөрөтә башлауға әҙерләй. Әгәр өлкән улдарын көн һайын Өфөгә алып килергә тура килһә, Бибисараға еңелерәк булыр, тигән өмөттә улар. Йорттары ла мәктәпкәсә учреждениенан алыҫ түгел.

Сабыйҙар музыка, спорт залы, логопед һәм психолог кабинеттарында шөғөлләнә аласаҡ. Балалар баҡсаһында барлығы 10 төркөм эшләйсәк. Әйткәндәй, төркөмдәрҙең барыһы ла тиерлек тупланған.

Бүлмәләр генә түгел, балалар баҡсаһы биләмәһе лә иркен. Ваҡыт уҙғарыу күңеллерәк булһын өсөн спорт, уйын майҙансыҡтары булдырылған, уларҙа заманса йыһаздар урынлаштырылған. Шулай уҡ тирә-яҡ йәшелләндерелгән, асфальт түшәлгән.

Алексеевка ауылы тиҙ үҙешә, йәш ғаиләләр күп. Әлегә тиклем 280 урынлыҡ ҡына мәғариф учреждениеһы эшләп килгән. Шуға күрә заманса балалар баҡсаһы сафҡа ингәндән һуң, сират мәсьәләһе лә хәл ителә.

Быйыл республикала яңы төҙөлгән һәм реконструкция эштәренән һуң 23 балалар баҡсалары сафҡа инде. Сабыйҙарҙы балалар баҡсаһында урындар менән тәьмин итеү эше йылдам бара. Шулай уҡ «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты ла үҙ эшен дауам итә. Әлегә 3 йәшкә тиклемге балалар араһында сират юҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры.

Фото №1 - Өфө районының Алексеевка ауылында 220 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение сафҡа инде

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ