Ғәҙеллек тантанаһы. Башҡортостан Юғары судында Белорет икмәк комбинаты менән бәйле бәхәстә нөктә ҡуйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙа 100-гә яҡын комбинат хеҙмәткәренә баҫым аҫтында эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушылған.
Оҙаҡ йылдар заводта эшләгән кешеләргә комбинат яңыртылғас эш урыны һаҡланып ҡаласаҡ тип вәғәҙәләнә. Хеҙмәт кодексын иңҡар итеп ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшһеҙ ҡалдырған предприятиеға ҡарата суд ҡарары сығарылды.
Ғинуар аҙағында башланған суд эшендә бөгөн нөктә ҡукйылды. Белорет икмәк заводының элекке хеҙмәткәрҙәре Юғары суд залында йыйылып хоҡуҡтарын яҡланы. Мәғлүм булыуынса, предприетие етәкселеге завод килем килтермәй тип ҙур цех эшмәкәрлеген туҡтата. Хеҙмәткәрҙәргә үҙ теләге менән эш урынынан китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушыла.
Икмәк бешереүселәр ғаризаны предприятие етәкселеге баҫымы аҫтында яҙыуҙарын билдәләй. Әйткәндәй, эштән китеү тураһында бланк алдан әҙер булған. Хеҙмәткәрҙәргә тик ҡултамға ҡуйырға ҡала. Ғариза менән ризалашҡандар һуңғараҡ эш урынына ҡайтарыласаҡ тип вәғәҙәләнә, әммә килешеү үтәлмәй.
Икмәк комбинатында эшләп йөрөгән йөҙ хеҙмәткәр урындағы судҡа мөрәжәғәт итә, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡатмарлы осраҡ буйынса нөктә Өфөлә Юғары суд залында ҡуйылды. Икмәк комбинаты етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең матди һәм әхлаҡи зыянын ҡапларға тейеш. Компенсация күләме 30 меңдән 150 мең һумға тиклем барып етә.
«Ситно» Магнитогорск холдингы ингән Белорет икмәк комбинаты 88 йыл элек ойошторолған. Комбинатта туҡһанынсы йылдарҙан алып эшләгән гүзәл заттар хаҡлы ялға ла ошо предпритиенан китергә тип өмөтләнгән. Шуға ла зыян күргән хеҙмәткәрҙәр күңеленә яҡын комбинтаҡа ҡайтып үҙ эшен дауам итергә әҙер.
Флорида Ким




