Өфөлә донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә

 Был турала социаль селтәрҙәге яҙмаһында Республика башлығы  һөйөнсөләне. Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең бөгөнгө ҡарарын Башҡортостан юғары белем биреү системаһы һәм фәне өсөн һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе тип баһаланы. Университетет ректорҙары һәм хөкүмәттең оҙаҡ ваҡыт алып барған эше ниһайәт һөҙөмтә бирә. Донъя кимәлендәге студенттар кампусы - дөйөм ятаҡ ҡына түгел. Ул тәү сиратта йәштәр һәм уларҙың уҡытыусыларына тәғәйенләнгән ғилми лабораториялар, спорт һөм мәҙәниәт учреждениелары. Уларҙың барыһы ла ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашыуы менән әһәмиәтле, тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.Донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөү республика өсөн ҙур яңылыҡ. Был Башҡортостандың сираттағы оло еңеүе, ти фәлсәфә фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов.

Өфөлә донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә

Студенттар  кампусы беҙҙең республика өсөн яңы мөмкинлектәр аса, ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязов.

Өфөлә донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә
Фото №1 - Өфөлә  донъя кимәлендәге студенттар кампусы төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ