“Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына яңы спорт объекттары төҙөлөүен теләйем”. Беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында Федерация Советы ағзаһы, билдәле спортсы Александр Карелин шулай тип белдерҙе. Ул баш ҡалала республиканың атҡаҙанған спортсылары менән осрашты.
Өфөлә махсус канал булдырырға кәрәк. Олимпия резервындағы байдаркала ишеү буйынса спорт мәктәбе етәксеһе Артем Новиков ошондай фекер белдерҙе.
Был көндәрҙә спорт һөйөүселәрҙең иғтибары Өфөгә йүнәлгән. Баш ҡалабыҙҙа үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә.




