Башҡортостан ғалимдары портатив электркардиограмма яһау ҡоролмаһын уйлап тапты

Өфө дәүләт авиация-техник университеты белгестәре медицина ҡоролмаһын һынап ҡарап КардиоМакс аппаратына патент алыу хоҡуғына эйә булды. Ҙур булмаған ҡоролма ярҙамында пациенттар йөрәген өйөнән сыҡмайынса тикшереп ЭКГ мәғлүмәтен онлайн форматта ҡарай ала.

Яңы ҡоролма профессиональ электрокардиограмманан осһоҙроҡ булһа ла сифатлы тикшереү үткәрергә мөмкинлек бирә. Ғалимдар фаразлауынса, портитив электркардиограмма киләһе йылға ҡулланыусылар өсөн етештерелә башлаясаҡ.

Марат Богданов, Өфө дәүләт авиация-техник университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы доценты

Был ҡоролма инфаркт һәм башҡа йөрәк сирҙәре тураһында етди мәғлүмәт тупларға ярҙам итә. Дауаханаларҙағы электрокардиографтан арзан аппарат йөрәк сирҙәрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Үҙен насар тойған пациент өйөндә электрокардиограф менән файҙаланып табиптарға диагноз ҡуйырға ярҙам ала.

Фото №1 - Башҡортостан ғалимдары портатив электркардиограмма яһау ҡоролмаһын уйлап тапты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ