Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында урман биләмәләренә инеү тыйылды. Сикләү 5 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Был биләмәләрҙә даими патруль ойошторола. Ҡабул ителгән талаптарҙы боҙоусылар өсөн штрафтар ҡаралған, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Урмандарға инеү янғын хәүеф арҡаһында тыйылды.






