Өфө студенттар һәм йәштәр ҡалаһы булыуға дәғүә итә

Был турала Башҡортостан ВУЗдары ректорҙары яңы студенттар кампусы төҙөлөшө буйынса  брифингта белдерҙе. Бында республиканың, илдең һәм донъяның һәләтле йәштәре йыйылырға тейеш. Юғары уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек итәсәк, был иһә конкуренцияны бөтөрөп, университет-ара дуҫлыҡҡа юл аса. Кампуста донъя кимәлендәге мөмкинлектәр була. Өфөлә студенттар өсөн бындай биләмә булдырыуҙы Рәсәй хөкүмәте хупланы. Был тема Президент Владимир Путиндың Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында ҡаралғайны.

Фото №1 - Өфө студенттар һәм йәштәр ҡалаһы булыуға дәғүә итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ