Был турала беҙҙең радиоға биргән интвервьюһында Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы рәйесе Борис Нурисламов белдерҙе. Берләшмә республикала ойошторолған “Сәләмәт ауыл” проекты операторы булып тора. Сараны ойоштороу комитеты юғары күрһәткескә ирешкән ауылдарға аҡсалата бүләк тапшыра.
“Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, урындарҙа төрлө саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, Асҡын районында “Вакцина яһат – бесән ал” конкурсы иғлан ителгән. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында “Һөнәрҙәр йәйғоро” халыҡ ижады фестивале ойошторола. Ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡ экологик өмәгә сыға.




