Вакцина яһатып 100 мең һум оторға була

Илдә вакцина яһатыусылар араһында 100 мең һум аҡса уйнатыла. Был турала тейешле күрһәтмә бар. Документҡа Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, бер мең еңеүсе билдәләнә.  Сара 1 сентябрҙә башлана һәм 1 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостанда коронавирустан прививка эшләтеүселәр араһында бер бүлмәле фатир һәм 10 смартфон уйнатылды. Әле шифаханаларға юллама отторола. Тулыраҡ мәғлүмәт менән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Вакцина яһатып 100 мең һум оторға  була
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ