Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, 941 кеше үлгән. Табиптар уларҙың оло йәштә булыуы тураһында белдерә. Бер тәүлек эсендә сир йоҡтороусылар исемлегенә 290 кеше өҫтәлгән.
Республика дауаханаларында 744 пациент дауалана. Уларҙың күбеһе өлкән йәштәгеләр. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 73 меңдән ашыу кешегә яһалған. 871 меңдән ашыу кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 25 мең 753 кешегә тулыланған.




