Бының өсөн улар Башҡортостан командаһы партнерҙары ярҙамында кәрәкле ҡорамалдар менән бушлай тәьмин ителгән.
Башҡарылған эш сифатын төҙөлөш тармағы белгестәре баһалай. Мәртәбәле ярышта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 4 компетенция өсөн яуаплы. Һәр объекта йәш профессионалдар үҙ йүнәлештәре буйынса оҫталыҡтарын камиллаштыра. Буласаҡ һөнәрҙе улар аңлы рәүештә һайлаған.
Өфөләге чемпионат финалы 25-29 августа үтә. Ул «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш профессионалдар»федераль проектына ярашлы үткәрелә. Быйыл ярыштар ете өлөшкә бүленгән, 105 компетенция буйынса оҫталар асыҡлана.
Илдар Байбулатов




