Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусы төҙөлөшөнә фекерен белдерҙе. “Һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарының матди базаһы заман талаптарынан артта ҡалды. Һөҙөмтәлә, сығарылыш класс уҡыусылары республиканан ситкә китә. Кампус булдырылыуы юғары белем системаһына һәм фән өлкәһенә яңы этәргес көс бирәсәк. Яңы корпустар, лабораториялар, кәрәкле инфраструктура Башҡортостанда уҡыуҙы мәртәбәле итә. База фәнни берләшмәләр алдында яңы бурыстар ҡуйыу, етештереүҙә, һанлы технологияларҙа яңы ысулдар уйлап табыу, уларҙы практикаға индереү мөмкинлеге бирә”-тип билдәләй парламент спикеры.




