Өфөләге студенттар кампусы ҡала эсендәге ҡала була. Күптәр уға шундай баһа бирә. Тарих фәндәре кандидаты Наилә Шәмсетдинова фекеренсә, донъя кимәлендәге объект төҙөү Башҡортостанды сит илдәрҙә лә танытасаҡ. Студент кампусы проектының раҫланыуы федераль үҙәктең Башҡортостанға ҙур ышаныс күрһәтеүен дәллилләй, ти ул.
Студенттар кампусы төҙөлөшө өсөн сығымдарҙың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан күсерелә.




