Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл яҡшыра бара. Бөгөн яңы ут сығыу осраҡтары теркәлмәгән. Әле 8 урында янғын менән көрәшәләр. Уттың дөйөм майҙаны 275 гектар. Янғындарҙы 400-ҙән ашыу кеше һәм 100 техника һүндерә, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан.




