1874 йылдың 19 авгусында Бөйөк кенәз Константин Романов тәҡдиме буйынса Рәсәй диңгеҙселәре өсөн яңы форма ҡабул ителә. Эске кейем аҡ һәм зәңгәр һыҙаттарҙан тора. Был төҫтәр Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының рәсми символы - Андреев флагы төҫтәре менән тап килә. Совет осоронда төрлө ғәскәрҙәр өсөн төрлө төҫтәге тельняшкалар ҡабул ителә. Мәҫәлән, һауа-десант ғәскәрҙәре аҡ һәм күк һыҙатлы тельняшка кейә, сик буйы ғәскәрҙәре өсөн аҡ һәм йәшел төҫтәр ҡабул ителә.






