Быға тиклем башлыса ҡала кешеләре күпләп ауырыһа, һуңғы арала сир төпкөлдәргә үтә башланы, ти табиптар. Быға ковид госпиталдәрҙә башлыса ауыл халҡының ятыуы ла дәлил. Һәм ауырыусыларҙың барыһы ла прививкаһыҙ. БЮТ каналының ижади төркөмө биш районды хеҙмәтләндергән Бөрө үҙәк район дауаханаһының «Ҡыҙыл зона»һында булды. Реанимация бүлегенән Айнур Кәбиров репортажы.
Ысынға алманым, ышанманым, Һаҡланманым, прививка яһатманым. Дауаханала ятҡан барыһының да үкенесе шул. Вирус килеп эләккәс кенә улар тәүбәһенә килгән. Ләкин һуңыраҡ шул. Дауаханаға ятыуҙан башҡа әмәл ҡалмағас.
Кеүек булды. Дөрөҫ, Флүзә ханым еңел ҡотолған тиергә мөмкин. Ул әле уртаса хәлле пациенттар бүлегендә. Ә инде реанимацияла температура күтәрелеү менән генә сикләнмәгән ауырыуҙар ята. Уларҙың иһә һөйләшергә лә хәле юҡ. Үҙ хәлен улар бармағы менән генә күрһәтә ала.
Баш бармаҡ юғарыға төбәлгән икән, тимәк пациент йүнәлеүгә табан бара, кәйеф яҡшы. Ғөмүмән, көрсөк ваҡытын үтә алыусылар тормошто ла нығыраҡ ярата башлай. Йөҙәрләгән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, Советтар Союзының почетлы доноры Флүзә Сыртланова әле үҙе ярҙамға мохтаж. Ҡыуанысҡа ул сирҙең иң көслө мәлен уҙғарған.
Табиптар әйтеүенсә, реанимацияға прививка яһатмағандар ғына эләгә. Вакцинация үтеүселәр ауырыған хәлдә лә был блокка инмәй. Улар күп тигәндә дүрт көн эсендә һауығып сығып та китә. Реанимацияны үткәндәр иһә сирҙән ҡотолоу менән привика яһатыуын үтенә.
Был тойғоларҙы аңларға мөмкин. Ир хәҙер бер нисә ай балаларын күргәне юҡ. Коронавирсҡа тиклем ул икенсе дауаханала операция яһатҡан була. Табиптар әйтеүенсә, тап башҡа сирҙәре булыусылар ковидты ауыр кисерә.
Табиптар шулай уҡ тап ауылдарҙан коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуын билдәләй. Сөнки тап төпкөлдәрҙә вакцинаны иңҡар итеүселәр күп. Бер нисә ишеккә бикләнгән шомло бүлмәләргә эләккәс кенә улар прививканың әһәмиәтен аңлай.
Тимәк, ауырыусылар ҙа арта ғына. Ул арала белгестәр вирустан ҡотолоуҙың берҙән бер әмәле, вакцинаны сирҙең яңы сыҡҡан штамдарына яраҡлаштырыу белдерә.
Айнур Кәбиров




