Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы асыҡ

Яңауыл ҡалаһында сафҡа индерелгән йәмәғәт киңлектәре шулай тип атала. Тап ошо проект 2020 йылда уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеү яулай. Башҡарылған эш һөҙөмтәһе менән бөгөн Радий Хәбиров та танышты.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Яңауылдың социаль учреждениеларында ла булды, сәйәси фирҡә депутаттарының зона форумында ла ҡатнашты. Республиканың төньяҡ сигендәге муниципаль берәмек халҡының уңыштары һәм борсоған проблемалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йылдар дауамында ташландыҡ хәлдә ятҡан биләмәне танырлыҡ та түгел. Соҡор-саҡырлы майҙан тигеҙләнгән, ял, уйын зоналары барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу ҡопролмалары урынлаштырылған, фонтан ҡуйылған, ағастар, сәскәләр ултыртылған. Бында хатта оҫтаханалар, мобиль китапхана һәм амфитеатр ҙа бар. Йәғни һәр быуын вәкиле күңеленә ятҡан шөғөл, кәсеп таба ала.

«Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы» Шыршы, Сауҙа, Тимер юлы майҙандарын үҙ эсенә ала. Проекттың символы стилләштерелгән тирмә формаһындағы архитектура композицияһы, йәмәғәт биләмәһендәге бар обьекттар ҙа милли орнаменттар менән байытылған. Әммә һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙенсәлеге. Мәҫәлән, Тимер юл майҙаны, бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған тимер юлсыларға һәйкәл һәм станцияның тарихын сағылдырған архитектура композициялары урын алған.

Яңауыл вокзалы аша тәүлегенә генә 70-ләп йөк һәм 20-гә яҡын пассажир поезы үтә, 1 меңләп кеше йөрөй. Әле йәйәүлеләр өсөн күпер һалына. Ул «Рәсәй тимер юлы» компанияһының инвестиция проекты, обьектты сафҡа индереүгә 150 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан менән компания араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.

Яңауылда Некрасов исемендәге спорт паркы ла төҙөкләндерелгән. Ошо маҡсатта 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Майҙан өлкәндәрҙең дә, йәштәрҙең дә яратҡан урынына әйләнеп өлгөргән. Көн һайын бында 300-ләп кеше спорт менән шөғөлләнә. Ерле халыҡ әйтеүенсә, хәҙер сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаусылар күп, спорттың бар төрөнә лә ихтыяж ҙур.

Яңауылда «Башҡортостан ихаталары» программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле Ломоносов, Октябрь һәм Еңеү урамдары киҫелешендәге күп ҡатлы йорттар янындағы биләмә төҙөкләндерелә. Хужалар әйтеүенсә, эш комплекслы алып барыла, тәүҙә подъездар тәртипкә килтерелгән, хәҙер иркен ихатала уйын, спорт, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыла, машиналар ҡуйыу урындары эшләнә. Төҙөлөштә тәү сиратта үҙебеҙҙә етештерелгән материалдар файҙаланыла.

Әлбиттә, төҙөкләндереүҙе көткән обьекттар ҙа бар. Шуларҙың береһе 15-се һанлы «Дельфин» балалар баҡсаһы. Уҙған быуат уртаһында сафҡа индерелгән мәктәпкәсә учреждениеға күптән реконструкция талап ителә. Балалар баҡсаһы мөдире Резеда Тимерғәлина әйтеүенсә, смета әҙер. Проект ихаталағы асфальт ҡатламын алмаштырыуҙы, ҡыйыҡты яңыртыуҙы, яҡртырыу ҡоролмалары урынлаштырыуҙы, спорт майҙансығы төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров фекеренсә, мәғариф учреждениеларын комплекслы төҙөкләндереү мотлаҡ.

Башҡарылған эштәр, алда торған бурыстар «Берҙәм Рәсәй» партияһының муниципаль депуттар форумында ла ҡаралды. Тормошҡа ашырылған проекттар, эш һөҙөмтәләре тикшерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, партия кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртырлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра, халыҡ мәнфәғәте һағында тора.

Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы булған Яңауыл төҙөк, матур ҡалаларҙың береһе. Бөгөнгө эш сәфәре барышында билдәләнеүенсә, төбәктә бары тик юлдарҙы, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереү талап ителә. Ә социаль-иҡтисади үҫеш өсөн урында мөмкинлектәр етерлек.

Фото №1 - Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы асыҡ

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ