Ҙур ауыл халҡын берләштергән йәмәғәт паркында өлкәндәр һәм балаларҙың ял сәғәттәрен ойоштороу өсөн шарттар булдырылды. Балалар өсөн заманса майҙансыҡ төҙөлдө, йәштәр өсөн спорт тренажерҙары урынлаштырылды, асфальт ҡатламы, ултырғыстар һәм яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртылды.
Саҡмағош районы үҙәгендә урынлашҡан паркта ла төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Реконструкция сиктәрендә биләмәнең үҙәгендә һауа-десант ғәскәрҙәре хәрбиҙәренә стела асылды. Хәтер стелаһы районда тыуып үҫеп төрлө йылдарҙа хеҙмәт итеүселәргә бағышланды. Әйткәндәй, Саҡмағош паркында диңгеҙ флоты һәм сик һаҡсылары ғәскәрҙәренә лә арналған стела урын алған.
Флорида Ким




