Байрамдың да иң татлыһы һәм баллыһы Ғафури районында үтте. Туристар, ҡунаҡтар, Республика халыҡтар дуҫлығы йорто, тарихи-мәҙәни ойошмаларҙы һәм бал етештереүселәрҙе берләштергән байрамдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Сәхнән сығыш яһаған ижади коллективтар Ғафури ерлегендә етештерелгән балға дан йырлай. Ысынлап та, табын ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктә бал ҡорттары аҫрау борон-борондан халыҡ кәсебе булараҡ быуындан – быуынға күсә килгән.
Республика «Башҡорт балы» байрамына Ҡаранйылға ауылынан Марс Ғәзизов үҙ умарталығында етештергән гәрәбә төҫөндәге йүкә һәм сәскә балдарын алып килгән. Өс тиҫтә йыл дауамында бал ҡорттары аҫраусы умартасы туристарға бал етештереп һатып алыусыға еткереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Мағаш тауы итәгендә урынлашҡан Ибраһим ауылы умартасыһы Мансаф Килмөхәмәтов өҫтәле янынан халыҡ өҙөлмәй. Балды ризыҡ һәм шифа булараҡ ҡулланыусылар, тап ошо өҫтәлдәге бал продукцияһына өҫтөнлөк бирә.
Ғафури ерендә «Башҡорт балы» байрамы 2011-cе йылдан башлап үткәрелә. Быйыл иһә ваҡиғалы туризм сиктәрендә сараға сит илдәрҙән дә махсус килеүселәр бар.
Республика халыҡтар дуҫлығы йортонда Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына ҡараған 50-нән ашыу милли-мәҙәни ойошмалар эшләп килә. Венера Фәрғәнова иһә был ойошмаларҙы Рәсәй Президенты гранты ярҙамында этнотуризмды һәм ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә йәлеп итә. Бер майҙанда төрлө милләт вәкилдәре Республикаға килгән туристарҙы үҙҙәренең тарихи-мәҙәни булмышы менән яҡындан таныштыра ала.
Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙән туристар һәм ҡунаҡтар милли ризыҡтарҙы ауыҙ итте, таҫма кеүек һуҙылып торған сифатлы балды тәмләп ҡарап, артыҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа һатып алып ҡыуанды. Бал етештереүселәр иһә бындай ихлас ҡунаҡтарҙы йыл һайын көтөп ҡала.
Ғафури районындағы татлы байрамға килгән туристар һәм ҡунаҡтар уҡтан атыу буйынса ла оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Йәйге селләлә халыҡты уңған хужабикәләр шифалы үлән сәйҙәре менән бушлай һыйланы.
Рәсәй Президенты грантына үткән «Башҡорт балы «байрамында 160-тан ашыу умартасы ҡатнашты. Быуаттар төпкөләнән килгән файҙалы кәсепте дауам итеүселәр үҙҙәре белгән тәжрибәһе менән ихлас бүлеште, сауҙа һәм алыш-биреш георграфияһын арттырҙы.
Ғафури районында үткән бал байрамында Ҡауарҙы ауылы умартасылары туристарға һәм сараға килгән ҡунаҡтарға һигеҙ төрлө бал тәҡдим итте. Йүкә һәм сәскә балдарының өс төрө, ҡарабойҙай, көнбағыш балдарының килограмын 500 һумдан һатып алырға мөмкин ине.
Гүзәл Борханова




