Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш яңы этапҡа сыҡты

Эш график буйынса бара. Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш яңы этапҡа сыҡты. Подрядсы ойошма йәнәш штольняларҙы үтеүҙе тамамлап, дөйөм көмбәҙҙе нығытыу өҫтөндә эшләй башлаған. Финанслауҙа ла тотҡарлыҡтар юҡ. Эштәр барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы, баш ҡала өсөн генә түгел, федераль әһәмиәттәге объект. Ул М-5 һәм М-7 трассаларын тоташтырырға мөмкинлек бирә. Юлдың бер өлөшө ер аҫтынан үтә. Бер саҡырым, 200 метрға һуғылған тоннелдә әле йәнәш штолняларҙы үтеү тамамланған. Эштәрҙең сираттағы этабы башлана.

Тоннелдән һуң, Өфө йылғаһы аша күпер һәм эстакадалы юл һалына. Уның оҙонлоғо 3 километрға яҡын. Әле уның терәүҙәре лә ҡуйыла. Тиҙҙән Федоровка ауылы эргәһендәге боролошта юлүткәргес ҡорола башла.Төҙөлөш концессия килешеүе нигеҙендә башҡарыла, шуға ла фианаслау менән ҡыйынлыҡтар юҡ.

Өфө йылғаһы аша күпер 6 терәүҙән тора. Уларҙы ҡороу өсөн төҙөүселәр 6 мең тонна металл конструкцияһын ҡулланасаҡ. Ҡоролмала эштәрҙең төп өлөшөн 2022 йылға тамамлау ҡаралған. Объект баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын камиллаштырырға, тимәк тығындарҙы ла шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Көнсығыш сығыу юлы федераль кимәлдәге транспорт инфраструктураһы объекты. Проект буйынса уны 2024 йылға сафҡа индереү күҙаллана. Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, әлеге графиктан тайпылыш булмаһа, эштәр бер аҙға иртәрәк тә тамамланыуы ихтимал.

Фото №1 - Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш яңы этапҡа сыҡты

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ