Уҙған тәүлектә республиканың алты районында урман янғыны сыҡҡан

Тәбиғәт янғындары Өфө, Благовар, Туймазы, Йылайыр, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында теркәлгән.

Был төбәктәрҙә 54 гектарҙан ашыу урман янған. Утҡа ҡаршы көрәшкә ирекмәндәр һәм ғәҙәттән тыш хәл министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Улар тырышлығы менән әлегә сәғәткә 4 янғын һүндерелгән, бер урын ҡамауға алынған.

Шулай уҡ халыҡ ярҙамы менән бөгөн иртән Әбйәлил районындағы янғын да һүндереүгә өлгәшелгән. Бынан тыш, Өфөнән 30 кешенән торған Аэромобиль төркөм Белорет районы Тирлән ауылына юлланған. Улар Ирәктәш эргәһендәге утты һүндереүҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, был көндәрҙә республикала урман янғындары менән бәйле хәлдең тағы ла ҡатмарлашыуы көтөлә.

Сөнки синоптиктар аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә. Төбәктә һауа температураһының 39 градусҡа етеүе көтөлә. Шуға ла белгестәр урмандарға барыуҙан тыйып тоторорға, шулдай уҡ төрлө сирҙәрҙең киҫкенләшенә юл ҡуймау маҡсатында көндөҙгө сәғәттәрҙә ҡояш нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш итә.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республиканың алты районында урман янғыны сыҡҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ