Биләмә хеҙмәткәрҙәре сираттағы рейдҡа сыҡты. Бер сәғәт эсендә хоҡуҡ боҙоуҙың тиҫтәләп осрағын теркәне. Дәүләт яҡлауын тапҡан биләмә булыуын белә тороп та машина менән үтеүселәр бихисап.
Күптәр штрафтан ҡасып номерҙарын сискән. Инспекторҙар алдында улар тимер аттың яңы булыуы менән аҡланды. Әммә, протоколдан улар ҡотола алманы.
«Еҙем» тәбиғәт паркы биләмәһе 36 мең гектар майҙанды биләй. Ә хеҙмәткәрҙәр һаны тик алты ғына. Шуға ла һәр тәртип боҙоусы артынан ҡарап өлгөрә алмайҙар. Ял итә белеп тә артынан йыйыштырып йөрөмәгән осраҡтар бик күп. Әйткәндәй, янғын сығыу хәүефе юғары булыу сәбәпле Башҡортостанда «Еҙем» һәм «Ирәмәл» тәбиғәт парктарына сәфәрҙәр ваҡытлыса туҡтатылған.
Азат Ғәлиуллин




