Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Санкт-Петербургтың СКА клубы менән осрашты

Был уйын Ҡазанда «Чемпиондар Кубогы» сиктәрендә уҙҙы. Көсөргәнешле осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ 4-1 иҫәбе менән өҫтөнөрәк булды.

Миҙгел алды турнирының тәүге көнөндә юлаевсылар Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы менән көс һынашты. Уйын дәғүәселәр файҙаһына 6-4 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбҙҙан шайбаларҙы Степан Санников, Глеб Кузьмин һәм ике тапҡыр Александр Кадейкин индерҙе.

Фото №1 - Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Санкт-Петербургтың СКА клубы менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ