"Торатау" конгресс-холы янындағы майҙанда конструкцияның төп өлөшө йыйылған. Тауыш аппаратураһын урынлаштырыу тамамланыу алдында. Үҙенсәлекле проект менән ҡоролған сәхнә декорацияһын бығаса ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күргәне юҡ ине, ти Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы. Милли чемпионат баш ҡалала 25 августан 29-на тиклем дауам итә. Сарала илдең төрлө төбәктәренән мең ярымдан ашыу йәш һөнәрмәндең ҡатнашыуы көтөлә.






