Бөгөн республиканың данлыҡлы улы, башҡорт ҡаһарманы Ғәзи Заһитовтың тыуыуына 100 йыл. Ғәзи Заһитов 76 йыл элек беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Маков командалығында артиллерия разведчиктары: өлкән сержанттар Ғәзи Заһитов, Александр Лисименко, Алексей Бобров һәм сержант Михаил Минин флагты беркетә. Тарихсы Фәрит Вәхитов:
Маков командаһы һалдаттарына Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Һуғыштан һуң, Ғәзи Заһитов тыуған яғы – Мишкә районы Янағош ауылына ҡайта. Ауыл советы рәйесе булып эшләй. Бөгөн ҡаһарман яугирҙың атайсалында тантаналы саралар үтә.






