Был ваҡытта 5 гектар майҙанда ҡоро үлән янған була. Ваҡиға шаһиттары ҡурҡыныс утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған. Видеояҙма шунда уҡ «Фобос. Тәбиғәт катаклизмдары һәм һәләкәттәре» аккаунтына ла ҡуйыла.
Кадр артындағы тауыш бындай хәлде, аҡылдан яҙырлыҡ, тип аңлата. Ошондай уҡ хәл Баймаҡ районынында ла күҙәтелгән.
Белорет районында иһә халыҡты эвакуациялау өсөн 66 ваҡытлыса урын әҙерләнгән. Төбәктә урман янғындарын һүндереү өсөн көстәр туплана. Уҙған төндә Ирәктәш эргәһендә сыҡҡан ут ҡамауға алынған. Ғәҙәттән тыш хәл урынына барып етеү бик ҡатмарлы, кәмендә 4 сәғәт талап ителә, шуға ла махсус техникалар ярҙамында янғынға ҡаршы көрәшеүселәр өсөн аҙыҡ-түлек килтерелгән.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала 12 урында урмандар яна. Ут Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Благовар, Күгәрсен, Нуриман һәм Кушнаренко райондарында 380 гектарҙан ашыу майҙанды ялмап алған.




