Мишкә районында Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙаған Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды

Ул бөйөк шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала һәм «Биш Герой» мемориаль комплексында урын алған. Бында шулай уҡ Мишкә районында тыуған Советтар Союзы Геройы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. Ғәзи Заһитовҡа һәйкәлде эшләүгә аҡса «Башнефть» акционерҙар йәмғиәтенең социаль маҡсатлы программалар фондынан бүленгән.

Мемориаль комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Йәш быуын тарихи шәхестәребеҙҙе белеп үҫергә тейеш. Беҙҙең Еңеү һалдаттарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, тине Радий Фәрит улы. Сарала Ғәзи Заһитовтың туғандары. яҡташтары ла булды. Уларҙың хәтирәләрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Аҡ япма, әйтерһең дә, Еңеү байрағы күтәргән Ғәзи Заһитовты түгел, тотош һуғыш тарихын аса. Һалдат йөҙөндә һәр кем үҙенә таныш һыҙаттарҙы эҙләй. Сөнки был дәһшәтле йылдар бер ғаиләне лә ситләп үтмәй. Башҡортостан ғына яу ҡырына 780 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың яртыһы тиерлек фронт һыҙығында ятып ҡала, тине Республика башлығы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡаһармандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, уларҙың исеме быуындан-быуынға тапшырылға тейеш. Шуға күрә лә яугирҙәргә һәйкәлдәр асыласаҡ, булғандары һаҡланасаҡ.

Мишкә районы Янағош ауылында тыуған Ғәзи Заһитов һуғышҡа әрме хеҙмәтенән тура алына, артиллерия бригадаһының разведкаһында була. Яҡташыбыҙҙың батырлығы Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән баһалана. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаған төркөмдәге бар яугирҙарға ла бирелә.

Ғәзи Ҡазихан улы был алышта ҡаты яралар ҙа ала, әммә ҡоралын һалмай. Ғәзи Заһитовтың биографияһын өйрәнгән туғаны Айрат Заһитов фекеренсә, уның ҡаһарманлығы нәҫелдән килә. Заһитовтар тоҡомонда хәрбиҙәр күп, олаталары тәүге мишәр полкында хеҙмәт иткән.

Ғәзи Заһитов һуғыштан һуң да тыуған иленең именлеге өсөн көрәште дауам итә. Тыуған яғы Мишкә районына ҡайтып машина-трактор станцияһында механик, колхоз рәйесе булып эшләй. Кешеләргә ҡарата хәстәрлекле, ярҙамсыл була. Әммә бер ваҡытта ла хәрби батырлыҡтары менән маҡтанмай.

Мишкәләр әйтеүенсә, яҡташтары Ғәзи Заһитовтың ҡаһарманлығы хаҡында мәктәп партаһынан уҡ белем үҫә. Ә батырҙың иҫтәлегенә асылған һәйкләде улар оло ғорурлыҡ тип һанай.

Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл ҡуйылған «Биш Герой» мемориаль комплексы район үҙәгенең Геройҙар аллеяһында урын алған. Был биләмә былтыр «Уңайлы мөхит» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Ошо маҡсатта 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

1945 йылдың 30 апрелендә гвардия капитаны Владимир Маков командалығында ҡаты яра алыуына ҡарамаҫтан, Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып байраҡ ҡаҙаған Ғәзи Заһитов ҡаһарманлығы яуҙаштарына тарихты өйрәнеүселәргә яҡшы таныш. Ә батырҙың исемен мәңгеләштереү йәш быуын киләсәк өсөн кәрәк, Ғәзи Заһитов кеүек легендар шәхестәр тыуған илгә һөйөү, патриотлыҡ өлгөһө булып тора.

Фото №1 - Мишкә районында Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙаған Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ