Бөгөн Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлде

Асҡар-Аэропорт юлында 8-се модель «ВАЗ» автомобиле менән «Газель» бәрелеште. Фажиғә һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһы водителе медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе вафат була.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 19 йәшлек егет руль артына эскән килеш ултырған. Шулай уҡ Ладаның 26 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәте менән дауаханаға оҙатыла. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Фото №1 - Бөгөн Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ