Республикала мең ярымға яҡын мәктәп автобусының яңы уҡыу йылына техник әҙерлеге тикшерелә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының техник күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларының төҙөклөгөн ҡарай. Төп иғтибар – руль һәм тормоз системаларының төҙөк булыуында. Талаптар буйынса, салонда хәүефһеҙлек ҡайыштары, аптечка, янғын һүндергестәрҙең булыуы ла мотлаҡ. Документация ла иғтибар үҙәгендә.

Мәктәп автобустарына контроль юғары. Уларҙың файҙаланыу ваҡыты ун йылдан ашмаҫҡа тейеш. Пассажирҙар ташыуға белем усағының лицензияһы булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ мәктәп директорҙары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса махсус уҡыуҙар ҙа үтергә бурыслы.

Фото №1 - Республикала мең ярымға яҡын мәктәп автобусының яңы уҡыу йылына техник әҙерлеге тикшерелә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ