Стажировка үткән осраҡта дәүләт тарафынан айлыҡ хеҙмәт хаҡы түләнә, эштә тәжрибә тулаған белгес, хеҙмәт баҙарында еңел генә эшкә урынлаша ала. Юғары уҡыу йортон һәм һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы стажировкалау дәүләт программаһының өҫтөнлөктәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тимур Шакиров йорт хайуандарын көн һайын шәхси клиникала ҡабул итә. Уларҙы дауалау өсөн биш йыл буйына Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған. Әммә дипломлы белгескә хеҙмәт стажы булмағас эш табыу ауырға тура килгән. Егет мәшғүллек үҙәге аша түләүле стажировка үткән, һуңынан эш урыны ла тапҡан.
Ветеринар клиника 2019 йылдан алып уҡыу йорттарын тамамлаған студенттарҙы стажировкаға ҡабул итә. Бындай хеҙмәттәшлек предприятиеға яңы эш башлаған белгескә тәғәйенләнгән сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлеген бирә. Стажировка барышында дәүләт компанияға айына бер тапҡыр 19 000 һум аҡса түләй. Әлеге ваҡытта был клиникаға тап ошо программа нигеҙендә хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшө эшкә урынлашҡан.
«Тирмәкәй» шәхси балалар баҡсаһы селтәрендә лә тап ошондай программа буйынса хеҙмәткәрҙәр эшкә алына.
Нәркәс Вәлиева ла юғары белем һәм һөнәри белем биреү мәғариф учреждениеларын тамамлаусыларҙы стажировкалау программаһында ҡатнашып, эш урынын тапҡан.
Республикала был программа 2017 йылдан ғәмәлдә. Быйыл был программаны тормошҡа ашырыуға 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Яңы ғына уҡыу йортон һәм һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы стажировкалау программаһы эш биреүсе һәм эш эҙләүсе йәштәр өсөн уңайлы. Бер юлы ике проблема: яҡшы бегестәр һәм эш урындарына ҡытлыҡ мәсьәләһе еңел хәл ителә.
Гүзәл Борханова






