Урман хужалығы министрлығы халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Ут сығыу осраҡтары булһа, Берҙәм урман һағы хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 8 (800) 100-94-00. Ведомствоның төбәк диспетчер хеҙмәте телефоны: 218-14-14, Өфөнөң коды: 347. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында урман биләмәләренә инеү тыйыла. Был тәртип 5 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Талаптарҙы боҙоусыларға штраф һалына, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан.






