“Юлдаш” Стәрлетамаҡҡа бара. Радиобыҙ бөгөн ҡалала ҙур фестиваль ойоштора. “Саф һауала матур тамаша була, халыҡ өсөн бик күп приздар һәм көтөлмәгән бүләктәр әҙерләнек”, - ти алып барыусы Илнур Рамазанов.
Фестивалдә танылған артистар: Радик Динәхмәтов, Рәфис Сирусин, Ябай Малай, Алтынай Вәлитов һәм башҡалар сығыш яһай.






