Республикала 524 гектарҙа урман яна

Башҡортостанда быйыл 352 урман янғыны булған. Уларҙың 118-е ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә  бәйле. 9 мең 200 гектарҙан ашыу биләмәгә зыян килгән. Республикала был көндәрҙә юғары янғын хәүефе һаҡлана. 9 районда урмандарға инеү тыйылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан. Әле Башҡортостанда 11 урында ут менән көрәшәләр. Дөйөм майҙаны 524 гектарҙы һүндерергә кәрәк.

Фото №1 - Республикала 524 гектарҙа урман яна
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ